Перейти к содержанию Перейти к левой боковой панели Перейти в подвал

Школа и учителя. 2023 год — Год педагога и наставника

  В 19 веке строится мечеть, примерно в 1885 году, это связывает с приездом муллы Габита. Мечеть закрыли в 1931 году. До 2007 года в этом здании – школьная мастерская. Позже открыл лавку Затман бай, в ней же была школа 4 класса. Школа была построена после революции, фундамент заложили 1928 году, а достроили осенью 1929 года, учиться начали в новой школе осенью 1930 года. Обучение велось на арабском языке. Первым учителем был Кунакбаев Сайфулла из деревни Кагарманово. В 1931\32 годах обучение велось на латинском языке, до 1935 года школа была трехлетней.

Здание мечети, потом избы читальни, клуба, школы, мастерской.

Преподавали учителя Гата ?, Иргалина Галия, Шахниязова Хадиса (Первая комсомолка села). В 1933 году учил детей Хафизов Салимьян. До 1935 года школа была трёхлетней. В 1936 году открылся 4-й класс. В школе учились около 200 учеников и в две смены учил Садыков Халим Хужеевич. В 1941 году школа перешла на семилетнее обучение и Садыков Х.Х. стал директором школы. В 1964 году школа перешла на 8-летнюю программу обучения и директором работал Гирфанов Гумер Хамитович. Учились в селе дети из села Ахмерово и жили в интернате. С 1964 до 1968 года директором школы работал Фаткуллин Зиннур Каримович, с1971 года до 1980 год работал Хайбуллин Салавт Магадеевич. С сентября 1980 года до июня 1986 года директором школы был Асылгужин Назергали Азнагулович. Махмутова Гульсасак Тайфуровна была диретором в 1986/1987 учебный год. В 1994 году школа неполная средняя. 25 января 1995 года в школе открыли комнату творчества Яныбая Хамматова. С 1999 года школа стала основной общеобразовательной. С 2005 года – ГОУ общеобразовательной школой д. Исмакаево. В 2007 году построили новую типовую школу МОБУ основная общеобразовательная школа с. Исмакаево. Полное наименование образовательного учреждения в со­ответствии с Уставом       Муниципальное общеобразовательное бюджетное учреждение основная общеобразовательная школа с. Исмакаево

Исмаҡай мәктәбенә нигеҙ 1928 йылда һалына башлап, 1929 йылдың көҙөнә генә төҙөлөп бөтә. Уҡыуҙар 1930 йылдың көҙөнән башлана. Уҡытыу ғәрәп телендә алып барыла. Беренсе уҡытыусы булып Сайфулла Ҡунаҡбаев эшләгән һәм уҡытыуҙы ул ғәрәп телендә алып бара. 1931-1932 йылдарҙа уҡытыу латин алфавитенда алып барыла.
Уҡытыусылар булып Ғата ағай, Ирғәлина Ғәлиә, Шахниязова Хәҙисә һәм башҡалар эшләйҙәр.

1933 йылда Хафизов Сәлимйән уҡытҡан, 1935 йылға тиклем мәктәп өс йыллыҡ була.
1936 йылдың көҙөнә 4-се класс асылған. Бөтәһе 200 уҡыусы булып, 2 сменала Садыҡов Хәлим яңғыҙы уҡытҡан.
1941 йылдан ете йыллыҡ мәктәп эшләй;
1964 йылдан һигеҙ йыллыҡ мәктәп эшләй;
1984 йыл — тулы булмаған урта мәктәп;
1995 йыл — яңы мәктәп төҙөлә, төп дөйөм белем биреү мәктәбе исеме бирелә;
1995 йыл — Я.Хамматовтың ижади бүлмәһе асыла;
2007 йыл — социаль – мәҙәни үҙәк төҙөлә.

Был фотала Шахниязов Хабисултан Шаһисолтан улы. Ул Исмаҡай мәктәбенең беренсе уҡыусыларының береһе. Ул 1942 йылдың март айында хәбәрһеҙ юғала. Хабисултандың һуғыш башланмаҫ элек яҙған хаты. Ул латин алфавитендә яҙылған. Был хат уҡытыу латин алфавитенда алып барылыуын иҫбатлай.

Шахниязова-Галина Хәҙисә Шәһивәли ҡыҙы 1912 йылды 8 декаберендә Исмаҡай ауылында тыуған һәм бик ҡатмарлы тормош юлы үткән. 1931-1932 йылдарҙа Хәҙисә Шаһивәли ҡыҙы уҡыта. Ул ауылдың беренсе комсомолкаһы була, 1934 йылда ауыл Совете председателе вазифаһын башҡара. Ләкин 1937 йылда ире Галин Мөхәмәтҡазы Байгилде улы «халыҡ дошманы» исемен күтәргәс, Хәҙисә Шахниязова эштән сығарыла. һуғыш осоронда төрлө эштәрҙә эшләй: балалар баҡсаһының мөдире, һуңынан ашнаҡсы булып эшләй. Шулай уҡ алтын ҡаҙыу эшендә лә эшләргә өлгөрә. Биш бала тәрбиәләп үҫтерҙе. 1991 йылда гүр эйәһе булып ҡала. Уның шәжәрәһе лә бар. Шахниязова Хәҙисә Яныбай Хамматовтың беренсе уҡытыусыһы.

Садыҡов Хәлим Хужа улы

1936 йылдың көҙөнә 4-се класс асылған һәм 2 сменала Мәсетле яҡтарынан килгән Садыҡов Хәлим исемле яңы уҡытыусы уҡыта. Ул әле бик йәш һәм уҡыта башлауының беренсе йылы ғына була. Садыҡов Хәлим Хужа улы 1916 йылда тыуған. Ул уҡытыусы үҙенең талапсанлығы, үҙенең эшен яратыуы, ата-әсәләргә яҡшы кәңәш- теләктәре менән ауыл халҡы хәтерендә тик яҡшы яҡтан урын алған.1941 йылда мәктәп 7 йыллыҡҡа күскәс, Садыков Хәлим мәктәп директоры булып эшләгән. Садыков Хәлим “Хәтер” китабынан күреүебеҙсә Бөйөк Ватан һуғышында булған. 315 уҡсы дивизияһының 1328 уҡсы полкында тәүҙә сержант, аҙаҡ отделение командире булып хеҙмәт иткән. 1943 йылдың 19 февралендә алған яраларынан вафат була һәм Ростов өлкәһенең Русское ауылында ерләнгән. Уның улы Рим ағайҙың 3 ҡыҙы булып әленгә ваҡытта ауылда ике ҡыҙы гаиләләре менән тора.

2023 год — Год педагога и наставника

Гимранов Закий Гимранович родился в 1920 году в селе Манышта Белорецкого района. Родители были крестьянами, а отец ещё занимался религиозно-культовым делом. По ложному доносу и обвинению его   расстреляли в 1937 году. Закий тогда уже учился в Серменевском педагогическом училище, после окончания которого в 1939 году был направлен учителем в Макаровской район. 3 июня 1941 года его призвали в армию. А в сентябре 1942 года после обучения в полковой школе младший сержант Гимранов начал воевать 1016-м стрелковом полку командиром отделения разведвзвода.   Во время подготовки к очередному походу за «языком» Закий написал заявление в партию: «Если не вернусь, считайте меня коммунистом».                                        Судьба была благосклонна к парню из разведки, ребята притащили немецкого офицера, который дал ценные сведения. Закия тогда приняли в партию и наградили медалью «За отвагу».     Много было вылазок в тыл врага, много прорывов, отступлений. С каждым разом солдат мужал, набирался смелости и отваги. Вскоре Закия Гимрановича назначили политруком роты.

В Венгрии в одном из боев, спасая командира роты, Закий получил тяжелое ранение в спину: вражеская пуля пробороздила её от предплечья до ягодицы. Долго лечился Закий, вспоминая тот день, 13 марта 1945 года. Из госпиталя его направили в офицерское училище. Война шла к концу.

10 ноября 1945 года он вернулся в деревню. Его назначили директором Исмакаевской неполной средней школы. Сразу же поступил заочное отделение Уфимского учительского института.  И сразу взялся за дела. Школа размещалась в приспособленном помещении. Заки Гимранович собрав родителей, предложил всем селом построить новую школу. Народ откликнулся, и школа была построена. Свою любовь Закий встретил в Ермотаево. Там работала учительницей русского языка и литературы Гульзайнаб Имаевна Имаева. Она дочь раскулаченного Имая из деревни Канлы Буздякского района ( Информация от Гульсиры Тухватуллиной). Создалась счастливая семья, в которой выросли три сына и три дочери. Всем им родители дали образование.

1946 йылғы сығарылыш уҡыусылары

Гульсира Тухватуллина -Ильгамова апайҙан мәғлүмәт

«Мин 1964 йылғы сығарылыштан. Беренсе классҡа кергәндә мәктәп директоры Фарвазова(?) Софья Фарвазовна ине. Ул Шахниязова Татинәйҙә фатирҙа торҙо. Отработка бөткәс, Бөрө ҡалаһына китеп, яңынан шунда кандитатмы, профессормы булып китте. Ә 1959 йылда Абдулғәлимов Әлтәф Ибраһим улы үҙенең ҡатыны Рәхилә Абдулла ҡыҙы менән Исмаҡайға килеп, 3 йыл директор булып торҙо. Ул 1929 йылғы, Рәми Ғәриповтың ауылдашы, класташы. Мәсәғүт педучилищеһен бөтөрөп, Белорет районына Ассыға ебәрелгән. 1955 йыл армияға алынып,атом бомбаһын шартлатҡан осорға эләккән, радиациянан 38 йәшендә вафат булып ҡалған. Арҡауылда ерләнгән. Исмаҡайҙа йәшәгәндә, Стәрлетамаҡ институтына кереп, ситтән тороп уҡып, юғары белем алған. Ә Рәхилә Абдулла ҡыҙы (1929 й)Мәсәғүт педучилищеһенән һуң балалар йортонда эшләп, яңынан ире менән Ассыла уҡытып, ире армиянан ҡайтҡас,Исмаҡайға килеп эләгеп, башланғыс кластарҙа уҡытты. Исмаҡайҙан һуң үҙенең тыуған ауылы Тирмәндә ( Салауат районы)балалар уҡыта. Ә минең беренсе уҡытыусым Имаева Ғимранова Зәйнәп Имаевна булды. Ул Йырматауға Бүздәк районынының Ҡаңлы ауылынан һөрөлгән кулак ҡыҙы ине. Зәки ағай Ғимран улының ҡатыны. Зәки ағай Исмаҡайға Манышты ауылынан килгән, математик булды. Уҡытыусылар тураһындағы белешмәгә мәғлүмәт булыр тип яҙам инде. Әлтәф ағай тураһында миңә мәғлүмәтте Рәхилә апайҙың һеңлеһе Хажиморатова Сания бирҙе. Ул да 3 йыл Исмаҡайҙа уҡып китте, минең дуҫым ине, әле лә беҙ уның менән бәйләнештәбеҙ.» (Гульсира Тухватуллина -Ильгамова апайҙан мәғлүмәт)

Махмутов Миндегали Хайретдинович родился 1934 году в селе Исмакаево. После обучения Белорецком педагогическом училище в 1954 году начинает работать в Бурзяне учителем музыки средней школы, но его переводят в райком комсомола. Также работал в городе Гай учителем музыки. С 1964 года по 1991 годы работает в селе Исмакаево учителем химии, биологии, музыки. Мне он запомнился добрым, любящим музыку учителем. Я его помню всегда со скрипкой в руках. Миндегали Хайретдинович возил наш хор учеников на районный смотр в село Каги.

Гирфанов Гумер Хамитович родился в 1926 году в селе Исмакаево. Учился в Белорецком педагогическом училище. Свою трудовую деятельность начинает в родном селе. Он работал в 1964 году директором школы. В основном преподавал башкирский язык и литература, русский язык и литература. Играл на мандолине, был хорошим политинформатором, выступал на праздниках докладчиком. Когда то учил моего отца, а в мои ученические годы преподавал в нашем классе башкирский язык и литературу и был классным руководителем.

Махмутов Тимергали Хайретдинович родился в селе Исмакаево в 1928 году. После окончания Белорецкого педагогического училища направляют в Бурзянский район село Байназарово инструктором. Потом работает директором в селе Тимерево. В селе Исмакаево работал учителем русского языка и литературы. (Информация из альбома Кужаковой Зифы Сибагатовны).

Хайбуллин Салават Магадеевич родился в селе Исмакаево Белорецкого района в 1934 году. Учился в Белорецком педагогическом училище. Начал свою преподавательскую деятельность в родном селе Исмакаево. С 1966 года по 1980 годы работает директором школы. С супругой Фаридой Фасхетдиновной воспитали 4 детей. Дочери Ляля Салаватовна и Аниса Салаватовна продолжили трудовую династию отца и получив образование Белорецком педагогическом училище, работали в школе села Исмакаево. Аниса Салавтавна работает по сей день. Салават Магадеевич запомнился мне строгим, но в то же время иногда мог пошутить и отвлечься от темы урока. Он нам преподавал химию и историю. От него привилась любовь к истории села. Во время урока он показывал в сторону горы Бишитак и говорил о том, что по хребту горы проходил сам Салават Юлаев с отрядом. Салават Магадеевич умел слушать и слышать то, что говорят ученики. Он не перебивал детей, не настаивал на своей точке зрения и не пренебрегал чужой, имел чувство юмора.

Фотола Фәниә апай беҙҙе беренсе класта уҡытҡан саҡ.

Йосопова (Ғәзизова) Фәниә Фәхретдин ҡыҙы 1949 йылдың 30 ғинуарында Ҡаһарман ауылында ишле ғаиләлә тәүге бала булып тыуа. 1956-1964 йылдарҙа Ҡаһарман 8 йыллык мәктәбендә белем ала. Мәктәпте тамамлағас Белорет педагогия училищеһына уҡырға керә һәм 1968 йылда училищены тамамлап башланғыс кластар уҡытыусыһы дипломына эйә булып эш башлай. 1968 йылда йүнәлтмә буйынса Исмаҡай мәктәбенә эшкә ебәрелә. Башлангыс кластар укытыусыһы һәм пионервожатый булып эшләй. Шунда тормош иптәшен осратып ғаилә ҡоралар. Ҡыҙҙары тыуа. 1973 йылда ғаилә Ырымбур өлкәһенең Гай ҡалаһына күсеп китә.

Фәниә Фәхретдин ҡыҙы балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эш башлай. 1979 йылда кире Башҡортостанға Ҡаһарман ауылына ҡайталар. Ҡаһарман мәктәбендә оло кластарҙа рус теле дәрестәрен алып бара, һуңынан үҙенең һөнәре буйынса башланғыс кластарға күсә һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй. Хөрмәткә лайыҡ, үҙ эшен, балаларҙы яратҡан, бик ихтирамлы, тырыш уҡытыусы була. Был турала бик күп Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары һөйләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Фәниә Фәхретдин ҡыҙы 2008 йылдың мартында 59 ғына йәшендә вафат булып ҡала. Оло ҡыҙы Гөлдәр Мәғдис ҡыҙы, әсәһенең хеҙмәт юлын дауам итеп башланғыс кластар уҡытыусыһы һөнәрен һайлап Егәҙе урта мәктәбендә уңышлы эшләп йөрөй.

Заман менән аҙымдаш атлаусы уҡытыусы

Кужакова Зифа Сибагатовна, родилась в 1957 году 17 апреля в деревне Исмакаево, Белорецкого района. В 1964 году поступила в 1-й класс данной школы, а в 1970 году приняли в ряды ВЛКСМ. В 1971/72 учебном году поступила в Белорецкое педагогическое училище. Окончила в 1975 году, устроилась работать в г. Учалы. После отпуска осталась работать в деревне учительницей родного языка и литературы. Отработала 2.5 года и в связи семейных обстоятельств перевелась на другую работу — директором дома культуры села Исмакаево. С 1982 года по 1989 год училась в Стерлитамакском педагогическом институте на заочном отделении. С 1977 года работает в Исмакаевской школе. Вырастила четверых детей.

Уҡыусының бер кемдән дә кәм түгеллеген аңлатыу, үҙ-үҙенә, үҙ көсөнә ышаныс уятырға ярҙам итеүҙе маҡсат итеп ҡуйған уҡытыусылар маҡтауға лайыҡ. Иң мөһиме уҡытыусы өсөн – бала күңеленә дөрөҫ юл табыу, дәртен, өмөтөн һүндермәү. Уҡытыусы йөрәгенән сыҡҡан һүҙ генә йөрәккә барып етә, тыуған тел, һүҙ көсө ярҙамында, герой өлгөһөндә баланы тормошҡа әҙерләй, рух ныҡлығы, илһөйәрлек тәрбиәләй, уҡыусы күңеленә изгелек орлоҡтары һала. Кужакова Зифа Сибәғәт ҡыҙы оҙаҡ йылдар инде Исмаҡай мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытты, әле башланғыс класс уҡыусыларын уҡыта. Эшен үҫтереүсе һәм проблемалы уҡытыуға нигеҙләнеп алып бара. Уҡыусыларға әҙер материал биреүгә ҡарағанда, яңылыҡты үҙҙәре эҙләп табыуҙарын һөҙөмтәлерәк тип уйлай ул. Балалар дәрестәге материалды яҡшы үҙләштерһен өсөн уларҙы эҙләнеүгә йәлеп итеү мөһим тип ул уҡыусыларҙы китапханаға ылыҡтыра. Балалар эҙләнеү эше менән ингән арала башҡа китаптар менән ҡыҙыҡһынып, китап һөйөүселәр рәтенә баҫа. Зифа Сибәғәт ҡыҙы мәктәптә 45 йылға яҡын уҡыта. Ошо йылдар арауығында ул үҙен заман менән аҙымдаш атлаусы уҡытыусы итеп танытҡан.

Уҡытыуҙың һәм балаларға тәрбиә биреүҙең сифатын күтәреү менән бер рәттән үҙ-аңдарын күтәреү, туған телдең ҡәҙерен белергә өйрәтеү уның бурысы. Зифа Сибәғәт ҡыҙы уҡыусыларҙың мәктәптә алған белемдәрен киләсәктә уңышлы ҡулланһындар өсөн үҙ эшендә төрлө ысулдар ҡулланып бар көсөн һала. Ул бар яҡлап үҫешкән, тормошта үҙ урынын таба алған, йәмғиәткә, ауылға файҙалы шәхес тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуя. Үҙ эшендә ул балаларҙы тыуған төйәгенең, районының, ауылының тарихын өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу, тыуған ергә һөйөү тойғоһо тәрбиәләүҙе мөһим бурыс тип иҫәпләй. Был йәһәттән ул балаларға төрлө иҫтәлекле урындарға экскурсиялар ойошторҙо, ҡулынан фотоаппарт төшмәне. Бөтә барған ерҙәрҙе фотоға төшөрөп мәңгеләштереп барҙы. Әлеге көндә уның альбомдарын ҡулланып, тыуған яҡтың үткәнен әйрәнәбеҙ. Ауылымдағы барлыҡ оло кешеләрҙе хөрмәт итеп һәм фотоларға төшөрөп альбомына мәғлүмәт тупланы. Мәктәп музейенә экспонаттар йыйып, зауыҡлы итеп урынлаштырыуға күп көс һалды.

Үҙ күңелендәге тыуған телгә, тыуған яҡҡа, уның үткәненә , тарихын өйрәнеүгә сикһеҙ һөйөүҙе уҡыусыларына ихлас өләшә, тыуған телебеҙҙең киләсәгенә ныҡлы нигеҙ булдырыуға үҙенең тос өлөшөн индерә. Үҙ эшендә яңы технологияларҙы ла ҡулланып эшләргә өйрәнеп алды ул. Уңған уҡытыусы Исмаҡай ауылының мәҙәниәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. Хеҙмәт ветерандарын, ололарҙы тәбрикләү кисәләрен, концертарҙы оҫта ойоштора. Клуб ойошторған сараларҙа моңло, наҙлы тауышы менән башҡорт халыҡ йырҙарын йырлап ауылдаштарын һоҡландыра. Район күләмендәге төрлө конкурстарҙа ла ҡатнашырға иренмәй ул. Һәр конкурстан призлы урындар алмайынса ҡайтмай. Бына шундай егәрле, тырыш уҡытыусылар булғанда ауыл һүнмәҫ, рухлы, тыуған яҡты һөйөүсе йәштәр үҫер. Пенсияла булыуына ҡарамай, һаман сафта Зифа апайыбыҙ.

Юсупов Ришат Ринатович родился в селе Исмакаево в многодетной семье. Мама Ришата Ринатовича работает учителем математики и физики в школе села. Он рос умным, послушным, добрым, трудолюбивым. Учился хорошо, участвовал во всех мероприятиях школы, играл на курае. После школы поступил учиться в Белорецкий педагогический колледж по специальности информационные системы и программирование. Во время обучения участвовал в олимпиадах, конкурсах и имеет множественные награды, дипломы. После колледжа получил ещё образование строителя. После службы в армии женился. Работал в родной школе учителем математики, физики, физкультуры, а с нового учебного 2023 года является директором МОБУ ООШ с.Исмакаево. Он также депутат Совета сельского поселения Верхнеавзянский сельсовет муниципального района Белорецкий район РБ. Активно участвует культурных, общественных мероприятиях села. Примерный, любящий отец троих детей успевает заниматься и домашними делами и учениками. Учеников школы возит на разные соревнования, конкурсы, туристический слёт. Пожелаем ему успехов в новой должности.