Перейти к содержанию Перейти к левой боковой панели Перейти в подвал

Наши издания

Беренсе май байрамы

1929 йылдың Беренсе май байрамы уҙғарыласаҡ көндө әсәйем ғәҙәттәгенән иртәрәк торҙо…, өйҙө тап-таҙа итеп йыйыштырҙы, барыбыҙҙы ла еҙ таста йыуындырып, сепрәк-сапраҡтан үҙе теккән ыштан-күлдәкте кейҙерҙе. Ә миңә, туғандарым араһынан иң олоһо булараҡ, кемдәндер алып кейеп бәләкәсәйткән бүрек, ҡыҙғылт төҫлө сәкмән, тула ҡуңыслы өр-яңы ҡата әҙерләп ҡуйғайны.Мине кейендергәс, билемде билбау менән ҡыҫып быуҙы ла яғымлы йылмыйҙы.– Бына ысын егет булдың! Кейем һиңә бик тә килешә, улым. Оло Май байрамы хөрмәтенән былар!.. Беренсе май байрамы ярлыларҙың иң оло байрамдарының береһе. Хәҙер һинең замана килде, улым. Хоҙайҙан булып, яңы тормошта шатлыҡлы йәшәргә яҙһын һиңә… – Баланың башын юҡ менән ҡатырма, – тине атайым.Ул әйткәнгә иғтибар итмәйенсә, әсәйем минең төҫ-һыным менән һоҡланды.–Ҡатаң ҡыҫмаймы? Ҡыҫһа, ҡана, олторағын кәметәйем. Аяҡ иркен булырға тейеш, – тип, атайыма өндәште: – Атаһы, ҡара әле оло улыңды! Егеткә оҡшағанмы?– Һе, – тешһеҙ ауыҙын йырып, атайым йылмайҙы. – Егет – арты дегет! – Уның көнгә уңған йәшкелт күҙҙәре ғорур ялтланы, көрәк шикелле яҫы ерән һаҡал-мыйығы елпенде.Атайымдың да кәйефе күтәреңке икәнлегенә мин ҡыуанып бөтә алманым.– Байрамды күрергә мин дә барайыммы, әсәй?– Әлләсе? – тип икеләнеберәк, ул атайыма ҡараны. – Атаһы, өлкән улыбыҙҙы байрам ҡарарға ебәрәйекме?– Заманаһы шул булғас, әйҙә, барһын! Бүтән кешеләрҙең малайҙары һымаҡ, минең улым да һыбай барһын байрамға!– Бигерәк бәләкәй бит! – Әсәйем ҡурҡты. – Аттан ҡолап төшөп имгәнһә-нитһә?– Ҡоламаҫ! – Атайым үҙ һүҙен өҫтән ҡалдырырға тырышты. – Әүәл замандағы ата-олатайҙар үҙ балаларын өс йәштән үк һыбай йөрөргә өйрәткән. Шунлыҡтан улар бешек үҫкәндәр. Һуғышта саҡта, ҡыйғырҙай йылғыр, арыҫландай көслө булғандар, йөҙәр саҡрым араны «әһ» тә тимәй сабышып уҙғандар. Ә һин, әсәһе, бишенсе йәше менән барған малайыңды артыҡ сөсөкәләйһең.– Улыбыҙ бер ҙә һыбай йөрөгәне булмағанға ғына әйткәйнем, – тип аҡланды әсәйем. – Кәртә эсендә һыбай йөрөтөп ҡарайыҡмы әллә? Аттан ҡоламаһа, барһын.

Колонналарға ярышлап барыусы ағайҙар:
– Айть, два… айть, два, – тип командалар бирәләр ҙә, ҡалҡыуыраҡ урынға күтәрелеп, телмәр һөйләргә керешәләр. Кемдер ҡысҡырып йыр башланы. Уға бүтәндәр ҙә ҡушылды.

Ҡыҙарып та сыҡҡан ай ҡояштың
Нурҡайҙары төшә диңгеҙгә.
Ирекле лә рәхәт тормош бирҙең,
Юлбашсыбыҙ Ленин, һин беҙгә…

Йыр артынса йыр яңғырай. Бындағы һәр күренеш минең өсөн үтә ҡыҙыҡлы булды, мәңге, мәңге онотмаҫлыҡ эҙ ҡалдырҙы.
Урам осона еткәс, колонналар сафы туҡталды. Алдан әҙерләнгән махсус бейек урынға ауыл совете рәйесе Нәғимов ағай күтәрелде. Әллә нимәләр әйтеп ярһып-ярһып һөйләгән сығышы тамамланғас та, «ура» яңғыраны. Демонстранттар колоннаһы кирегә боролдо. Дөйөм тәртип һаҡлауҙы һәм сафтарҙы боҙмауҙы талап итеп бер урындан икенсе урынға йүгерә-атлай барған Нәғимов, йәйәүлеләр артынан һыбай яңғыҙ йөрөүемде күргәс, асыуланды:
– Һин ниңә бында?! – Минең ҡаушауымды һәм һөмһөрөм ҡойолоуын һиҙеп, ул бер аҙ яғымлыланды. – Бында йөрөргә ярамай. Берәйһен яңылыш тапатып ҡуярһың. Бар, һыбайлылар әтрәтенә ҡушыл. Улар ана килә, – тип тау һыртына күрһәтте.
Ҡола бейәне уңға борҙом.
Тау һыртынан төшөп килеүсе күмәк һыбайлыларға утыҙ-ҡырҡ аҙым самаһы ара ҡалғас, ҡолаҡтарын ҡарпайтып, ҡола бейә ҡапыл туҡтаны. Шунан, минең теҙгенде тартҡылауыма буйһонмайынса, кирегә боролоп, йән-фарман саба башланы. Мин, ҡурҡышымдан сытырайтып, ат һыртында һабаштым. Байтаҡ ерҙе сабышып уҙғас, шәп барыуыма ләззәтләнеп, шатлыҡлы тауыш менән ҡысҡырҙым:
– Ҡола бейә, арттағыларҙы еткермә!.. Йәһәтерәк, йәһәтерәк!..
Атым оторо ярһыны. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, уны ҡабаландырып ҡыуыуҙан тыйылманым. Ҡыҙыу сабышып барған ваҡытта тыҡрыҡ тәңгәлендәге соҡорға иғтибар итмәгәнмен. Йән-фарман сапҡан ҡола бейә соҡор аша һикергән ыңғайҙа, мин ат һыртынан осоп төштөм. Ергә бәрелгән саҡта тәнем иҙелгәндәй тойолдо… (Яныбай Хамматов «Пасынок»)