Краеведение
О школе села Исмакаево
Исмаҡай мәктәбенә нигеҙ 1928 йылда һалына башлап, 1929 йылдың көҙөнә генә төҙөлөп бөтә. Уҡыуҙар 1930 йылдың көҙөнән башлана. Уҡытыу ғәрәп телендә алып барыла. Беренсе уҡытыусы булып Сайфулла Ҡунаҡбаев эшләгән һәм уҡытыуҙы ул ғәрәп телендә алып бара. 1931-1932 йылдарҙа уҡытыу латин алфавитенда алып барыла.
Уҡытыусылар булып Ғата ағай, Ирғәлина Ғәлиә, Шахниязова Хәҙисә һәм башҡалар эшләйҙәр.


1933 йылда Хафизов Сәлимйән уҡытҡан, 1935 йылға тиклем мәктәп өс йыллыҡ була.
1936 йылдың көҙөнә 4-се класс асылған. Бөтәһе 200 уҡыусы булып, 2 сменала Садыҡов Хәлим яңғыҙы уҡытҡан.
1941 йылдан ете йыллыҡ мәктәп эшләй;
1964 йылдан һигеҙ йыллыҡ мәктәп эшләй;
1984 йыл — тулы булмаған урта мәктәп;
1995 йыл — яңы мәктәп төҙөлә, төп дөйөм белем биреү мәктәбе исеме бирелә;
1995 йыл — Я.Хамматовтың ижади бүлмәһе асыла;
2007 йыл — социаль – мәҙәни үҙәк төҙөлә.
Был фотала Шахниязов Хабисултан Шаһисолтан улы. Ул Исмаҡай мәктәбенең беренсе уҡыусыларының береһе. Ул 1942 йылдың март айында хәбәрһеҙ юғала.
Был Хабисултандың һуғыш башланмаҫ элек яҙған хаты. Ул латин алфавитендә яҙылған. Был хат уҡытыу латин алфавитенда алып барылыуын иҫбатлай.
Шахниязова-Галина Шәһивәли ҡыҙы Хәҙисә 1912 йылды 8 декаберендә Исмаҡай ауылында тыуған һәм бик ҡатмарлы тормош юлы үткән. 1931-1932 йылдарҙа Хәҙисә Шаһисолтан ҡыҙы уҡыта. Ул ауылдың беренсе комсомолкаһы була, 1934 йылда ауыл Совете председателе вазифаһын башҡара. Ләкин 1937 йылда ире Галин Мөхәмәтҡазы Байгилде улы «халыҡ дошманы» исемен күтәргәс, Хәҙисә Шахниязова эштән сығарыла. һуғыш осоронда төрлө эштәрҙә эшләй: балалар баҡсаһының мөдире, һуңынан ашнаҡсы булып эшләй. Шулай уҡ алтын ҡаҙыу эшендә лә эшләргә өлгөрә. Биш бала тәрбиәләп үҫтерҙе. 1991 йылда гүр эйәһе булып ҡала. Уның шәжәрәһе лә бар. Шахниязова Хәҙисә Яныбай Хамматовтың беренсе уҡытыусыһы.
1936 йылдың көҙөнә 4-се класс асылған һәм 2 сменала Мәсетле яҡтарынан килгән Садыҡов Хәлим исемле яңы уҡытыусы уҡыта. Ул әле бик йәш һәм уҡыта башлауының беренсе йылы ғына була. Садыҡов Хәлим Хужа улы 1916 йылда тыуған. Ул уҡытыусы үҙенең талапсанлығы, үҙенең эшен яратыуы, ата-әсәләргә яҡшы кәңәш- теләктәре менән ауыл халҡы хәтерендә тик яҡшы яҡтан урын алған. . 1941 йылда мәктәп 7 йыллыҡҡа күскәс, Садыков Хәлим мәктәп директоры булып эшләгән. Садыков Хәлим “Хәтер” китабынан күреүебеҙсә Бөйөк Ватан һуғышында булған. 315 уҡсы дивизияһының 1328 уҡсы полкында тәүҙә сержант, аҙаҡ отделение командире булып хеҙиәт иткән. 1943 йылдың 19 февралендә алған яраларынан вафат була һәм Ростов өлкәһенең Русское ауылында ерләнгән. Уның улы Рим ағайҙың 3 ҡыҙы булып әленгә ваҡытта ауылда ике ҡыҙы гаиләләре менән тора.
Мин 1964 йылғы сығарылыштан. Беренсе классҡа кергәндә мәктәп директоры Фарвазова(?) Софья Фарвазовна ине. Ул Шахниязова Татинәйҙә фатирҙа торҙо. Отработка бөткәс, Бөрө ҡалаһына китеп, яңынан шунда кандитатмы, профессормы булып китте. Ә 1959 йылда Абдулғәлимов Әлтәф Ибраһим улыүҙенең ҡатыны Рәхилә Абдулла ҡыҙы менән Исмаҡайға киеп, 3 йыл директор булып торҙо. Ул 1929 йылғы, Рәми Ғәриповтың ауылдашы, класташы. Мәсәғүт педучилищеһендә учительский институт бөтөрөп,Белорет районына Ассыға ебәрелгән. 1955йыл армияға алынып,атом бомбаһын шартлатҡан осорға эләккән, радиациянан 38 йәшендә вафат булып ҡалған. Арҡауылда ерләнгән. Исмаҡайҙа йәшәгәндә, Стәрлетамаҡ Пединститутына кереп, ситтән тороп уҡып. юғары белем алған.. (ред.)
Ә Рәхилә Абдулла ҡыҙы (1929 й)Мәсәғүт педучилищеһенән һуң балалар йортонда эшләп, яңынан ире менән Ассыла уҡытып, ире армиянан ҡайтҡас,Исмаҡайға килеп эләгеп, башланғыс кластарҙа уҡытты. Исмаҡайҙан һуң үҙенең тыуған ауылы Тирмәндә ( Салауатрайоны)балалар уҡыта. (ред.)
Ә минең беренсе уҡытыусым Имаева Ғимранова Зәйнәп Имаевна булды. Ул Йырматауға Бүздәк районынының Ҡаңлы ауылынан һөрөлгән кулак ҡыҙы ине. Зәки ағай Ғимран улының ҡатыны. Зәки ағай Исмаҡайға Манышты ауылынан килгән, математик булды.
Уҡытыусылар тураһындағы белешмәгә мәғлүмәт булыр тип яҙам инде. Әлтәф ағай тураһында миңә мәғлүмәтте Рәхилә апайҙың һеңлеһе Хажиморатова Сания бирҙе. Ул да 3 йыл Исмаҡаҙа уҡып китте, минең дуҫым ине, әле лә беҙ уның менән бәйләнештәбеҙ. (Гульсира Тухватуллина -Ильгамова апайҙан мәғлүмәт)