Әсәйҙәр көнө менән, улдарын, ирҙәрен көткән әсәләр!
Илдәге һуңғы ваҡиғалар арҡаһында бик күп кешеләр, бигерәк тә мобилизацияға эләккән һалдаттарҙың ата-әсәләре йылы һүҙгә мохтаж. Ошо йылы һүҙ бигерәк тә кеше тормошонда бик кәрәк һәм уларҙы тынысландырырға , әҙерәк күңел хәсрәттәрен баҫырға ярҙам итә. Әле беҙҙең ауылдан ете һалдат әсәһе йәшәй: Лилиә Раил ҡыҙы, Ғәлиә Ғайнулла ҡыҙы, Гәүһәр Рафиҡ ҡыҙы, Хәмдиә Ғәлимйән ҡыҙы, Эльвира Тимерхан ҡыҙы һәм ирҙәрен яу ҡырына оҙатҡан ҡатындар Раниә Ринат ҡыҙы, Рәфиә Хәсән ҡыҙы .
Өс ул әсәһе Сафина Лилиә Рәил ҡыҙы был ҡәһәрле оперцияла оло улы Денисты юғалтты. Уға күңел тыныслығы, сабырлыҡ теләйбеҙ, ауыр ҡайғылырын уртаҡлашабыҙ. Әле яңыраҡ кесе улы Нилды хеҙмәткә оҙатты. Икенсе улы Данил да хеҙмәт юлы үтеп, матур ғына эшләп йөрөй. Нил дә яҡшы ғына хеҙмәт итеп, иҫән һау әсәһе янына ҡайтып төшһөн, тигән теләктә ҡалабыҙ. Шундай батыр, илһөйәр улдар үҫтергән әсәгә рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Өс бала әсәһе Эльвира Тимерхан ҡыҙы ла маҡтауға лайыҡ, Егәрле, дәртле лә ҡатын ул. Мәҙәниәт усағы үткәргән сараларҙа ихлас ҡатнаша, аш-һыуға оҫта, барыһына ла ярҙам итергә әҙер тора. Уның улы Азамат та әлеге көндә ил сигендә ирекмән булып илһөйәрлек бурысын үтәй. Шулай уҡ өс ул тәрбиәләгән Ғәлиә Ғәйнулла ҡыҙы менән Гәүһәр Рафиҡ ҡыҙы ла сабыр ғына улдарын көтәләр. Уларҙың улдары ла контракт буйынса үҙ бурыстарын үтәй.Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәтһеҙ йылдарҙан һуң беҙ бөгөн ҡабаттан ҡулыбыҙға ҡорал алып азатлығыбыҙ, бойондороҡһоҙлоғобоҙ өсөн көрәшергә мәжбүрбеҙ. Исмаҡай егеттәре ҡаһарманлыҡ күрһәтеп, күп батырлыҡтар ҡыла.
Ғүмерен балаларға математиканан белем биреүгә бағышлаған өс бала әсәһе Хәмдиә Ғәйнулла ҡыҙына оло рәхмәт: илһөйәр балалар тәрбиәләгән. Пенсияла булыуына ҡарамаҫтан ул балаларға белем өләшеүен дауам итә. Әлеге көндә уның оло улы һәм тағы ла кейәүе ирекмән булып махсус хәрби операцияла үҙ бурыстарын үтәйҙәр. Уға улының һәм кейәүенең тиҙерәк тыныслыҡ яулап, иҫән-һау әйләнеп кайтыуын теләйбеҙ
Хәмдиә Ғәлимйән ҡыҙының ҡыҙы дүрт бала әсәһе Раниә Ринат ҡыҙы тормош иптәшенең ҡайтыуын көтә. Уның хәҙер эше күп, кәртә тулы мал ҡарар кәрәк, әле янында булған өс улын тәрбиәләргә һәм бөтмәҫ тормош мәшәҡәттәре. Уның донъя көтөү ауырлыҡтарын еңеләйтеү өсөн тормош иптәшенең тиҙерәк иҫән-һау әйләнеп ҡайтып, ғаиләһен ҡыуандырһын тигән теләктә ҡалабыҙ. Барлыҡ һалдат әсәләрен ошо байрам уңайынан йылы һүҙҙәр әйтәйек, уларға яҡшы теләктәр теләйек. Улдарын, ирҙәрен, туғандарын хеҙмәткә оҙатҡан ата -әсәләргә — сабырлык , һаулыҡ, тиҙерәк илдә тыныслыҡ булыуын теләп ҡалайык. Байрам менән әсәйҙәр!






























