Пионерҙар көнө менән!
…Пионерға алыныуыма, һабаҡташтарым менән бергә күмәк кешеләр алдына сығып шиғыр уҡыясағыма ҡыуанып, мин ғорур ҡайттым. Ләкин ул йылдарҙа ҡыҙыл сепрәк иң яман гөнаһ һаналғанлыҡтан, атайыма галстугымды күрһәтеүҙән ҡурҡтым. Күңелемә һыймай, тетрәткес уй-хистәрем урғылып сығарҙай хәлгә етеүен һиҙгән атайым ғәжәпләнде:
– Нимә булды һиңә бөгөн?
– Ниңә?
– Күҙҙәрең бик аландай. Берәйһе ашамлыҡ бирҙеме әллә?
– Бирмәне, – пионерға алыныуымды әйтеүҙән көскә тыйылып, тештәремде ҡыҫтым.
– Бирмәгәс, нимәгә ҡыуанаһың?
– Уҡытыусы апай байрам көнөнә шиғыр ятларға ҡушты.
– Ал-йот, тапҡан нимәгә ҡыуанырға! – Әллә ни ишетермен тип көткән атайымдың йөҙө үҙгәрҙе.
– Үктәбер байрамы ваҡытында кешеләргә һөйләйәсәк шиғырымды уҡып ишеттерәйемме? – тип һораным, атайымдың күңелен табырға тырышып.
– Теләһәң ни эшлә, – тине ул теләр-теләмәҫ кенә.
Иҙән уртаһына сығып баҫтым да, уҡытыусы апайға оҡшатырға тырышып, үҙемә ятларға ҡушылған шиғырҙы уҡып ишеттерҙем:Октябрәттән – пионер,
Пионерҙан – комсомол,
Комсомолдан – партия,
Ныҡ бәйләнгән ҡулға-ҡул.Атайым аптыраны, эшенән бүленеп минең яҡҡа ҡараны:
– Бая һамаҡтаған нәмәң бәйет кеүек булғас, ярар, яман түгелдер. Кешеләр алдында уны уҡыһаң, һауаплы булырһың, – тине.
Пионерға алыныуымды әйтеп, муйыныма ҡыҙыл галстугымды бәйләп күрһәткәс тә көймәне атайым, көл һелтәһенә оҡшап уңған йәшкелт күҙҙәрен йылтыратып, ҡыуаныс менән йылмайҙы:
– Минең шикелде ярҙы балаһын шулай хөрмәт иткәстәре, аллаға шөкөр, бик һәйбәт! Һинең дә эшкингән көнөңдө күрәһеләрем бар икән! Бай малайҙарына үс итеп тағып йөрө ул сепрәгеңде!
Пионер сафына инеүемә атайым ыңғай фекерҙә булыуын белгәс, мин ҡанатландым. Уҡытыусы апай ятларға ҡушҡан шиғырымды мейемә һеңдерергә теләп, бер үк юлдарҙы өҙлөкһөҙ ҡабатланым:
«Октябрәттән – пионер…»
(«Хәсрәтле бала саҡ» автобиографик әҫәренән өҙөк)